Все новости
Байрам уңайынан
4 Декабря 2020, 14:10

Һаумы, Ҡыш бабай!

“Һаумы, Ҡыш бабай! Һине һағынып көтөп хат яҙырға булдым.

“Һаумы, Ҡыш бабай! Һине һағынып көтөп хат яҙырға булдым.Мин, ауылыбыҙҙың Аҡһары төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се классында уҡыйым! Мәктәбебеҙҙә уҙғарылған барлыҡ бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашырға тырышам. Бигерәк тә спорт менән шөғөлләнергә яратам! Шуға күрә яңы йылға саңғы бүләк итһәң ине.Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Минең тағыла бер теләгем: кемдәргә ҡыйын – шуларға бәхет, шатлыҡ һәм һаулыҡ бүләк ит, уларҙы төрлө ауырлыҡтарҙан һаҡла! Һәм дә илебеҙҙә тиҙерәк коронавирус үтһен! Һау бул Ҡыш бабай!”
Ислам ХИСМӘТОВ, Аҡһары ауылы, 10 йәш.
Читайте нас: