- Мин Ҡыш бабайҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Ҡар яуа башлағас та яңы йыл байрамы яҡынлашыуына ҡыуандым. Саңғыла йөрөргә ныҡ яратам. Шуға күрә Ҡыш бабайҙан саңғы, уның таяғын һәм ботинкаһын һорайым. Ә бәләкәй туғандарым Ислам һәм Шамил үҙҙәре һорай алмағас, улар исеменән ҡыш бабайҙан машина һорайым. Тағы ла атайыма яңы куртка бүләк итһен ине ҡыш бабай.