Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
14 Декабрь 2020, 11:31

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был дата Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми раҫланды. Аҙналыҡ барышында, башҡорт теленә ҡағылышлы төрлө саралар үткәрелеп торҙо. Улар төплө уйланылған, матур итеп уҙғарыла, халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы ла ҡыуандыра. Тик бер көн, бер аҙна телен онотоп барған кешегә ярҙам итә алырмы икән?#башҡортТелеКөнө #Башкортостан #деньБашкирскогоЯзыка #газетаЮшатыр

Рәмилә РАХМАНҒОЛОВА, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы:

2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Йыл дауамында башҡорт теленә арналған саралар үткәрелеп тора. Район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уҡыусыларыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Еңеү яулағандары бихисап, шулай уҡ төбәк-ара, бөтә Рәсәй конкурстарынан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Быларҙың барыһы ла районыбыҙҙың башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендә яҡшы күрһәткестер, тип уйлайым. Уҡытыусылар ҙа, үҙем дә даими белем камиллаштырыу курстарын үтеп торабыҙ.
Күңелде ҡырған хәлдәр ҙә бар, әлбиттә. Бәләкәй ауылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү буйынса проблема булмаһа, ауылдан ҡалаға күскәс, бәләкәстәр балалар баҡсаһында тик русса һөйләшеп, туған телдәрен онота, үҫә бара бөтөнләй һөйләшмәҫкә мөмкин. Барыһы ла атай-әсәйҙән тора, тип әйтәбеҙ ҙә, тик балалар баҡсаһында ла күберәк башҡорт төркөмдәре асылып, сабыйҙар башҡортса аралашып, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнһәләр, яҡшы булыр ине. «Я понимаю по-башкирски, но не разговариваю»- тигән кешеләр ҙә бар, юҡ түгел. Йәки «У меня по башкирскому - «5»,- тип, үҙҙәре башҡортса белмәгән таныштарым да бар.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 99-сы һанында.
#башҡортТелеКөнө #Башкортостан #деньБашкирскогоЯзыка #газетаЮшатыр
Читайте нас