Бына беҙ һүҙгә барбыҙ ҙа ул, ә эшкә юҡ. 50 йыл самаһы ҡалабыҙ хакимиәтендә мосолмандарҙы күрмәйбеҙ. Унда инеү менән 50-60 фото араһында 6-7 генә мосолманды күреп була, улары ла юғары вазифала түгел. Минең һорауыма: “Вымирающая нация, һеҙ бында 20 % ҡына, ә татарҙар 15 %” - тигән рәүешле яуап бирҙеләр. 20+15, тимәк 35%, кәмендә 20 фотола мосолман кешеләре булырға тейеш. Өфөгә, ҡоролтайға ла шылтыратып ҡараным, беҙ ундай нәмә менән шөғөлләнмәйбеҙ, тинеләр. Берәйһен тәҡдим итеп ҡарағыҙ, тип һораным, уныһын да эшләмәнеләр. Беҙ, аҡһаҡалдар, йыйылышып, ҡала ҡоролтайы рәйесе, хәҙер депутат та булған Әлфиә Шәмиғоловаға ла әйтеп ҡараныҡ - файҙаһыҙ.
Һеҙҙең гәзит ошондай мәсьәләләргә ҡағылып, һәр саҡ ҡыҙыҡлы итеп яҙа. Мин “Юшатыр”ҙы бик яратып уҡыйым, ул Күмертауҙа беҙҙең халыҡ өсөн тороп ҡалған берҙән-бер йыуаныс. Беҙҙең барлыҡ проблемаларҙы асыусы гәзит.