Рима АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығы методисы:
- «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге тәҡдиме менән үткәрелгән Башҡорт теле йылына 14 декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән, әсәй теле менән бәйләп, һөйөп, көйләп үҫтерелгән мәңгелек милли- рухи ҡиммәттәрҙең береһе булған туған телебеҙҙең байлығын үҫтереү, таратыу ни кимәлдә һуң? Башҡорт телен өйрәнеүгә килгәндә шуны әйтергә кәрәк: телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡалала балалар баҡсаһынан башлап хәл ителә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Форумында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып китте. Күмертау балалар баҡсалары тәрбиәселәренең эш төркөмө мәктәпкәсә йәштәге 5-7 йәшлек балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү буйынса эш программаһы төҙөнө. «Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеү» проекты өлкәндәр (5-6 йәшлектәр) һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре (6-7 йәшлектәр) өсөн тәҡдим ителә. Балалар баҡсаһынан сыҡҡанда һәр бала 130 һүҙ белергә тейеш. Әлеге көндә был программа балалар баҡсаларында “һынау үтә”. Артабан ҡалабыҙҙың башланғыс һәм урта мәктәптәрендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бөтәһендә лә өйрәнелә. Үткән 2019/2020 уҡыу йылы менән сағыштырғанда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр һаны был уҡыу йылында артығыраҡ. Урта һөнәри уҡыу йорттарында ла башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 1, 2 курстарҙа уҡытыла. Ә бына башҡорт телен өйрәнергә теләүсе өлкән йәштәгеләр өсөн ҡалабыҙҙа “Башҡорт телен өйрәнәм” курстары өсөнсө йыл эшләп килә.