Зиннур ИСХАҠОВ, "ЮжУрал-Ойл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыусы:
- Үҙем Кинйә ауылында тыуып үҫтем, тыуған ауылым миңә ныҡ яҡын һәм ҡәҙерле. Был премияны Кинйә Арыҫланов исемен данлар, күтәрер өсөн булдырҙым. Премия ике йылға бер тапҡыр, хәҙер 5-6 йылдан артыҡ әүҙем бирелеп килә. Быйыл командировкала булыу сәбәпле, бүләкләү тантанаһында була алманым.