Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
18 Декабрь 2020, 13:44

Балдаҡтар сиселмәһен

Бөгөн - Рәсәй ЗАГСы хеҙмәткәрҙәре көнө#сДнемРаботниковЗагса #байрам #яңылыҡтар #газетаЮшатыр

Районыбыҙ ЗАГС бүлегендә бер үҙем генә эшләйем, шулай ҙа миңә ярҙам иткәндәр бихисап. Тәү сиратта был мөһим эште бергәләп алып барған урындағы ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, эштәр идарасылары, белгестәре ҙур тырышлыҡ һалыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Улар ярҙамында, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләрҙең көмөш, алтын туйҙарын билдәләп үтеү матур күренеш булып тора. Шулай уҡ ауылдарҙа күсмә кәңәшмәләр, уҡыуҙар ҙа үткәрәбеҙ. Әсәлекте, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Эш етәрлек, киләһе йылда тағы ла яңылыҡтар инеүе көтөлә.
Йәш парҙарға шуны ла теләгем килә, никах балдаҡтарығыҙ ғүмергә бер генә алынһын да һәм бер ваҡытта ла сиселмәһен ине.
Форсаттан файҙаланып барлыҡ коллегаларымды ла һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Артабан да үҙҙәренең эштәренә тоғро ҡалып, уны яратып башҡарһындар , - ти Көйөргәҙе районы ЗАГС-ы бүлеге начальнигы Светлана Леонидовна Иванова.

Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 101-се һанында.
Читайте нас: