Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
18 Декабрь 2020, 16:30

БАЙРАМ МЕНӘН!

#сДнемРаботниковЗагса #байрам #кольца #ГазетаЮшатыр

Үткән йылдың ноябренә тыуым 536 булһа, быйыл 553-кә етте. Шуға ҡыуанабыҙ. Үлем осрағына килгәндә, былтырғыға ҡарағанда был күрһәткестең артыуы күҙәтелә. 2019 йылда 768 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, ә быйыл 914 кеше әхирәткә күскән.
Үҙ тормоштарын ҡорғандар һаны бер аҙ аҙайған. Былтыр 338 булһа, быйыл был һан 269 ғына. Ғаиләләр тарҡалыуын алғанда, үткән йыл 209 пар никахтарын өҙгән, быйыл - 234.
Барлыҡ ЗАГС хеҙмәткәрҙәрен, үҙем менән бергә эшләгән коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Барыһына ла именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем!
Айгөл ИҘРИСОВА, Күмертау ҡалаһы ЗАГС-ы начальнигы.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 101-се һанында.
Читайте нас