Муниципаль райондың барлыҡ энергетик һәм Күмертау электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым.
Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе, йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, район предприятиеларының һәм учреждениеларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге уның тотороҡло эшләүенә бәйле.
Һеҙ район халҡын, предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы иң кәрәкле уңайлыҡтар – электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм дисциплина талап итә. Был сифаттарҙың барыһына ла эйә булып, район энергетиктары объекттарҙың тотороҡло һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләүенә өлгәшеүе ҡыуаныслы.
Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, аварияһыҙ эш, еңел булмаған, әммә шундай кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы