Марат ҒӘЙНУЛЛИН, район электр-селтәрҙәре йәмғиәтенең өлкән мастеры:
— Районыбыҙ ауылдарындағы халыҡтың электр-иҫәпләгестәренең ҡулланыу ваҡыты етһә, йә булмаһа ваҡыты үткән булһа, беҙ уларҙы яңыһына алмаштырыу эшен алып барабыҙ. Шулай уҡ электр энергияһын урлауға юл ҡуймау, нормативтан тыш юғалтыуҙарҙы кәметеү, өйҙәргә, йәғни ҡулланыусыларға электр-энергияһын иҫәпләтеүҙең автоматлаштырылған мәғлүмәти үлсәү системаһын индерәбеҙ. Был ысул кеше йортоноң хәүефеҙлеген дә тьәмин итә. Ундағы системала урынлаштырылған автоматтар, өйҙә килеп сыҡҡан, ҡыҫҡа тоташыу (короткое замыкание) булған хәлдә, автомат рәүештә өйҙәге свитте тулыһынса һүндерә һәм янғын ҡурҡынысын туҡтата. Коллективта белемле, һөнәри әҙерлекле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Булдыҡлы коллектив менән Наил Мәсләүи улы етәкселек итә. Уның тәрән белеме, тәжрибәһе, ныҡышлығы, энергетика тармағын заман талаптарына сығып ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәтен хәстәрләүгә йүнәлтелгән.
Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы