Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
29 Декабрь 2020, 15:26

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостан халҡы ҡайҙа бара ала

Киләһе аҙнала оҙайлы Яңы йыл каникулы башлана. Хәл-торошто иҫәпкә алып, күптәр артыҡ алыҫ ерҙәргә юлланмау яҡлы булыр, моғайын. Хәйер, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла матур урындар етерлек. Беҙ бына нимәләр тәҡдим итәбеҙ.

Киләһе аҙнала оҙайлы Яңы йыл каникулы башлана. Хәл-торошто иҫәпкә алып, күптәр артыҡ алыҫ ерҙәргә юлланмау яҡлы булыр, моғайын. Хәйер, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла матур урындар етерлек. Беҙ бына нимәләр тәҡдим итәбеҙ.
Яңы йылға биҙәлгән Өфөнө күреү
Баш ҡалабыҙ һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп күркәмләнә, ә Яңы йыл алдынан ул айырыуса сағыулана, балҡып яна.
Ҡышҡы каникулдың тәүге көндәрендә Өфөлә һуңғы йылдарҙа традицияға әйләнгән «Terra Zima» фестивале үтәсәк. Ойоштороусылар барыбыҙ өсөн дә ауыр булған йыл мәшәҡәттәрен бер аҙға оноттороп, байрамса кәйеф бүләк итергә вәғәҙәләй. Был көндәрҙә Өфөлә үтәсәк саралар:
- карнавал костюмдары конкурсы, төп приз – Apple iPhone 12 (1 ғинуар, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы «Ватан» паркы);
- ҡышҡы һабантуй һәм самауырҙар конкурсы. Самауыры булған кешеләр сәй ҡайнатыуҙа ярышасаҡ, еңеүсене 50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк көтә (2 ғинуар, «Ватан» паркы);
- Ҡарһылыуҙар парады, уны Рәсәй шоу-бизнесы йондоҙо Анна Семенович етәкләйәсәк (3 ғинуар, Зәки Вәлиди урамы);
- саналы аттар парады (4 ғинуар, Ағиҙел йылғаһы яры).
Тау саңғыһында шыуыу (йәки тауҙар буйлап сәйәхәт)
Башҡортостан тау саңғыһы курорттары менән дан тота. Беҙгә тау шыуырға күрше төбәктәрҙән генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да киләләр. Өфөлә генә ике комплекс – «Олимпик Парк» һәм «Аҡ йорт» бар, бынан тыш «Ҡандракүл», Нуриман районында «Павловка паркы» һәм «Ҡыҙыл шишмә», Стәрлетамаҡ янында «Ҡуштау» ял үҙәктәре урынлашҡан. Ә саңғысылар өсөн иң билдәле йүнәлеш – ул Белорет һәм Әбйәлил райондары. Бында «Морат», «Абҙаҡ» һәм Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск» курорттары билдәле. Яңы йыл байрамдарында уларҙың барыһы ла эшләй!
Әгәр тау шыуырға теләп тә, әлегә был шөғөл менән таныш булмаһағыҙ, беренсенән, бөтә урындарҙа ла башлап шыуыусылар өсөн трассалар бар, икенсенән, һәр ерҙә прокат хеҙмәте булдырылған. «Йәйәүлеләр» билеты алып, тауға күтәрелергә, матур күренештәрҙе фотоға төшөрөп йөрөп ҡайтырға ла мөмкин.
Үҙенсәлекле геопарктарға барыу
Ун көнлөк ял – республиканың бығаса күрмәгән мөйөштәре менән танышыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Мәҫәлән, беҙҙәге геопарктарҙың береһенә барып ҡайтырға була. Уларҙы асыҡ һауала урынлашҡан, төрлө тәбиғи ҡомартҡыларҙы һәм халыҡ кәсептәре төрҙәрен һаҡлаған музейҙар тип атарға мөмкин.
«Янғантау» геопаркы быйыл ЮНЕСКО селтәренә инде. Ул Салауат районында (республиканың төньяҡ-көнсығышында) урынлашҡан, визит-үҙәге Ҡорғаҙаҡ сығанағы янында. Бында Мәсетле киҫелешенә – һуңғы ун миллион йыл дауамында ерҙең барлыҡҡа килеүен күрһәткән асыҡ ҡаяға экскурсияға барырға, Салауат Юлаевтың музейын ҡарарға (тыуған төйәгендә уның ҡылысын ҡәҙерләп һаҡлайҙар), шифалы сығанаҡтан һыу эсергә, ысын тирмәлә йәшәргә, һауа шарында осорға, халыҡ кәсептәре фестивалендә ҡатнашырға мөмкин. Тулыраҡ сайтта танышырға була:
geopark-yangantau.ru/
«Торатау» геопаркында ла (Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез һәм Ғафури райондары) күңелһеҙ түгел. Торатау шиханы янында һеҙҙе Ҡыш бабайҙың резиденцияһы ҡаршы аласаҡ, ошонда уҡ өс ат егелгән саналарҙа йөрөргә, һыбай экскурсия менән Еҙем паркына йәки Башҡортостандың иң бейек ҡаяһы һаналған Мәмбәткә барырға мөмкин. Был ҡаялар Еҙем йылғаһы буйлап бер саҡрымға һуҙылған һәм, йылғаға һыйынып, иҫ киткес матур күренеш тыуҙыра. Балалар менән Смирновтарҙың фермер хужалығына барыу ҙа ҡыҙыҡлы сара буласаҡ. Бында йөҙҙән ашыу дөйәғош, шулай уҡ өкөләр, тауистар, ҡара кәзәләр, еноттар, ишәктәр, ерән төлкө һәм башҡа хайуандар бар. Ошонда уҡ изге Красноусол сығанаҡтарында сумып сығырға була, минералдар кимәле юғары булғанға күрә, улар ҡыш көнө лә туңмай. Был сығанаҡтар борон-борондан шифалы һаналған. Улар хаҡында тәүге мәғлүмәттәр Иван Грозный осоронда уҡ билдәле булған. Бында тағы ла ике үҙенсәлекле объект бар: Алла Анаһы Табын иконаһы күренгән урын һәм «Усолка» геология киҫелеше. Ундағы тау тоҡомдары 294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән.
Йә булмаһа, Асҡын боҙ мәмерйәһенә барырға тәҡдим итәбеҙ. Ундағы боҙлоҡтарға бер нисә миллион йыл. Боҙ сталактиттар һәм сталагмиттар ысынлап та хозур күренеш тыуҙыра. Турҙар буйынса барлыҡ мәғлүмәт менән «Торатау» геопаркының сатында geopark-toratau.ru/ «Нимә менән шөғөлләнергә» һәм «Яңылыҡтар» бүлектәрендә танышырға мөмкин.
...йәки башҡа матур урындар
Башҡортостанда йәшәп, бер тапҡыр ҙа Шүлгәнташты күрмәһәгеҙ – бик насар. Ул – бөтә донъяла тәүтормош кешеләренең һүрәттәре һаҡланған бер нисә генә мәмерйәнең береһе. Йылҡысыҡҡан күле янында мифик атҡа – Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйылды. Урындағы халыҡтан белешеп, ҡасандыр хром табылған боронғо шахталарҙы ла ҡарарға була. Мәмерйә Бөрйән районы биләмәһендә урынлашҡан. Район үҙәге Иҫке Собханғолға барып етһәгеҙ, артабан күрһәткестәр булыр.
Мотлаҡ Ҡыҙыл Шишмәне барып күрегеҙ! Ул – күләме буйынса донъялағы иң ҡеүәтле сығанаҡтарҙың береһе. Һыу ағымы йәһәтенән Франциялағы Фонтен-де-Воклюз сығанағынан ғына ҡалыша. Шишмәнең һыуы йылдың бөтә миҙгелендә лә +5 градус тәшкил итә. Ул Нуриман районында, шул уҡ исемдәге ауыл янында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа уның эргә-тирә биләмәһен төҙөкләндерҙеләр, матур ҡунаҡханалар, шулай уҡ яҡындағы тауҙа саңғы трассаһы барлыҡҡа килде.
Боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы Бөрөнө барып күреү ҙә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер. Бында ҡаланың үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Рөхсәт һорап, боронғо Православие ҡорамының ҡыңғырау ҡағыу урынына менеп төшә алаһығыҙ.
Бөрөнән аҙ ғына алыҫыраҡ китһәгеҙ, Павловка һыуһаҡлағысына илткән юлда Успение Изге Георгий монастыры урынлашҡан. Ирҙәр монастыры ХХ быуат башының архитектура ҡомартҡыһы һанала. Кибеттә саҙаҡа өсөн монастырь икмәге алырға мөмкин.
Өйҙә лә ваҡытты күңелле үткәрәбеҙ
Ял көндәрен тыныс һәм хәүефһеҙ үткәреү ысулы – әлбиттә, өйҙә ҡалыу. Быйыл урындағы хакимиәттәргә Яңы йыл ҡаласыҡтарын, таусыҡтарҙы күберәк эшләү бурысы ҡуйылды.
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн икенсе йыл рәттән республиканың район һәм ҡалаларында үткән барлыҡ саралар бер урынға – «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» kulturarb.ru сайтына туплана. Уның менән ҡулланыу бик ябай: үҙегеҙгә кәрәкле ҡала, район йәки учреждениены һайлап, шуға баҫаһығыҙ һәм «ҡышҡы каникулдарҙың шәхси ғаилә календарын» төҙөйһөгөҙ. Календарь яңы саралар менән тулыланып тора.
Читайте нас