Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
31 Декабрь 2020, 16:00

Үтеп бара, ниһайәт, Ҡомаҡ йылы ҡомһарып...

Шул күңелде йыуата:Килмәҫ кире тиҙ генә!Тик юйылмаҫ хәтерҙәнул ҡалдырған эҙ генә.

Үтеп бара, ниһайәт, Ҡомаҡ йылы ҡомһарып...
Үтеп бара,ниһайәт,
Ҡомаҡ йылы ҡомһарып.
Аяҡтарын саҡ һөйрәп,
биле биртенеп, арып.
Үтте ул йән яралап,
йөрәктәргә шом һалып.
Тынды быуып тотҡайны,
ҡалдыҡ еңел тын алып.
Игелекһеҙ йыл булды...
Күпме ғүмерҙе йотто.
Бер һелтәүҙә юҡ итте
Бәрәкәт,йәм һәм ҡотто.
Шул күңелде йыуата:
Килмәҫ кире тиҙ генә!
Тик юйылмаҫ хәтерҙән
ул ҡалдырған эҙ генә.
Яңы йылда ни булыр?
(фараз)
Киләһе Йыл хужаһы-
өҙөлөп көткән Үгеҙ ул.
Уның Ергә килеүе
аҡ өмөткә нигеҙ ул.
Миһырбанлы йөрәкле,
ышаныслы,төплө ул.
Ҡурҡыу белмәҫ,эшһөйәр,
бик аҡыллы,көслө ул.
Аҡ төҫтәге был Үгеҙ-
Күктән төшкән Фәрештә.
Әгәр ихлас теләһәң,
ярҙам итер һәр эштә.
Эшһөйәрҙәр,уңғандар
өлгәшерҙәр уңышҡа.
Йыл буйына йәшәрҙәр
төр(ө)нөп бәхет,ырыҫҡа.
Ошо Үгеҙ йылында
баһаланыр тырышлыҡ.
Туҡтап ҡалыр һуғыштар,
урынлашыр Тыныслыҡ.
Сир-зәхмәттәр еңелер,
сафланырҙар һауалар.
Ошо йылда тыуырҙар
миһырбанлы балалар.
Аҡ төҫтәге был Үгеҙ
Ер шарын да дауалар.
Зәңгәр күктә, йөрәкһеп,
Мең төрлө ҡош һауалар.
Күҙ асып,күҙ йомғансы,
үҙгәрерҙәр донъялар.
Уңалырҙар йәндәге,
йөрәктәге яралар.
Бәрәкәт һәм ҡот ҡайтыр
Тыуып-үҫкән еремә.
Һис ҡурҡыныс янамаҫ
минең ғәзиз телемә.
Һәр кем ауыҙ тултырып,
үҙ телендә һөйләшер.
Маҡсатына тоғролар
күп нимәгә өлгәшер.
Шытыр бик күп йөрәктә
миһырбанлыҡ орлоғо.
Ҡубырылыр күп йәндән
бәғерһеҙлек ярлығы.
Үгеҙ йылы,иншалла,
бәрәкәтле йыл булыр!
Һәр әҙәмдең йәнендә
Аллаһ һалған нур булыр.
Сулпан Миңлебаева
Читайте нас: