Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
2 Ғинуар 2021, 13:00

Яңы йылға ҙур теләк

#СНовымГодом #ЯңыЙылменән #праздник #газетаЮшатыр

Киттем ҡапыл ауырып,
Батша вирусы менән.
Һине ҡаршылайым, тип,
Яныңа йүгереп киләм.
Тараттым мин ауырыу,
Ең , зинһар, дуҫҡай, уны!
Һиңә минең ышаныс,
Бармы һуң берәй юлы?
Яңы йылда килерһең,
Ҡаты сирҙе еңерһең.
Бик ныҡ көслө үкереп
Ап - аҡ ҡарҙан елерһең.
Яңы йылға ҙур теләк:
Вирусһыҙ йәшәү кәрәк.
Бар донъяны һау итеү,
Минең иң изге теләк!!!
Руша СОЛТАНҒОЛОВА
Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас