Кисә клуб ҡаршыһы гөр килгән. Уйындар уйнап, бар ауылды тауышҡа күмгән балалар. Ололар уйнаһа, бәлки, бүләкһеҙ ҙә булыр ине, бәләкәстәр менән булғанда бүләкһеҙ булмай - матур-матур бүләктәрен дә өләшкән ололар. Яҡшымбәттә балалар күп, тик барыһы ла был байрамға килә алмаған, әллә йыбанған, әләл ишетмәй ҡалған. Аҙаҡ, кем сарала булған, шуларҙан һорашалар икән, нисек булды, нәмә булды. Тегеләре һөйләп биргәс, байрамһыҙ ҡалғандар бик ныҡ үкенгән, их, шәп саранан мәхрүм ҡалдым.