Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
8 Ғинуар 2021, 12:35

Йәшәһен ауылдар

«Бар тирә-яҡ һөттәй ап-аҡ, йым-йым итеп ҡар көлә”. Ҡыш- бигерәк матур миҙгел. Матурлыҡты күрә белгәндәргә. Матурлыҡты балалар ололарға ҡарағанда ла нығыраҡ тоя – күңелдәре, яңы ғына яуған аҡ ҡарҙай, саф уларҙың. Матурлыҡты тойорға балаларға ололар, әлбиттә, ярҙам итә.

Райондың бөтә ауылдары, бәләкәйме ул ҙурмы, ҡарап тормай, ихлас, киң масштаб менән байрам итә. Кемдер саңғы ярыштары үткәрә, кемеһе башҡа ярыштар ойоштора (спорт – йәшәү рәүешенә әйләнһен). Сәйҙәр эсеү, бүләктәр таратыу. Ҡаланан ауылға каинкулға ҡайтҡан балалар бигерәк шат, әл дә ҡалала ҡалмағанбыҙ, унда аптырап тик ятыр инек. Йәшәһен Яңы йыл, йәшәһен ауылдар, ауыл булмаһа, бындай шатлыҡты тойоуҙан мәхрүм ҡалыр инек.
Читайте нас