Илүзә ВӘХИТОВА, БДУ-ның 1-се курс магистранты, Ялсыҡай ауылы:
- Яңы Таймаҫ гимназияһында белем алған осорҙа уҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына керергә тип уйланып йөрөнөм: башҡорт теленә һөйөү, артабан да эшемде башҡорт теле менән бәйләү теләге ҙур ине, уҡытыусыларымдың, бигерәк тә башҡорт теле уҡыиыусыһы Рәйлә Ноғоман ҡыҙы Зәйнуллинаның кәңәштәре тағы ла нығыраҡ этәргес булды. Өфө университетына кереү теләге көслө булғанлыҡтан имтихандарға һәйбәтләп әҙерләндем. Яҡшы баллдар йыйҙым, ауыр булһа ла (абитуриенттар бик күп ине), уңышлы ғына бюджет урынға кереп киттем. Дүрт йыл был факультетта студент һурпаһын эстем, ул ваҡыт эсендә артығы булмаҫ тип, өҫтәмә рәүештә, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен дә үҙләштереп өлгөрҙөм. Ә бөгөнгө көндә ошо уҡ факультеттың 1-се курс магистранты. Уҡытыусыларыбыҙ аңлаусан, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, үҙҙәренең файҙалы кәңәштәрен йәлләмәйҙәр.