Айнур ҠӘҘИМОВ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының 3-сө курс студенты, Бәләкәй Муса ауылы:
- Студент тормошо ул үҙенсәлекле, бик күңелле бер мәл. 2 йыл эсендә студент ғүмерен тулыһынса үтеп сыҡтым. Ул ваҡыттар күп ыңғай тәҫьораттар бүләк итте. Яғымлы факультет уҡытыусыларынан һәр бер студентҡа иҫ китмәле терәк, ярҙам булды.
Әлегә ситтән тороп уҡыһам да, уҡытыусыларҙың ярҙамын ныҡ тоям. Көндөҙгө бүлектә уҡығанда, гел лекция менән практикаға ғына йөрөү булманы, ә бик күп сараларҙа, форумдарҙа, йәмғиәт эштәрендә ҡатнашып яңы дуҫтар таптым. Студент булыу ул һәр бер кешегә кәрәк. Уның тәмен татып ҡарау өсөн көндөҙгө бүлектә ярты йыл ғына уҡып ҡарау ҙа етә. Ләкин, мин шулайыраҡ фекер йөрөтәм, әгәр һинең башың эшләй икән, эшләргә йәки бизнес менән шөғөлләнергә уйлаһаң, уҡыйым тип кенә туҡталып ҡалмай, ситтән тороп уҡыуға күсергә лә, алға барырға кәрәк!