Все новости
Байрам уңайынан
26 Января 2021, 14:00

Ни хәлдәһең, студент?

БДИ ға етди, ныҡлап әҙерләндем, балдарҙы күп йыйҙым, йүнәлтмәм дә бар ине шуға күрә уҡырға инеү ауырлыҡтар тыуҙырманы.

Камила БИКМАЕВА, Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курс студенты, Яҡшымбәт ауылы:
- 7 классҡа тиклем Яҡшымбәт мәктәбендә уҡыным, артабан Өфө ҡалаһындағы 1-се һанлы башҡорт гимназияһын тамамлап, башҡалабыҙ Өфөгә, медицина университетына юлландым. БДИ ға етди, ныҡлап әҙерләндем, балдарҙы күп йыйҙым, йүнәлтмәм дә бар ине шуға күрә уҡырға инеү ауырлыҡтар тыуҙырманы. Беҙҙең уҡыу йорто, башҡаларҙан ныҡ айырыла. Беҙҙә уҡыуға бирелеп уҡыр кәрәк, гел уҡыуҙа булыу мотлаҡ. Уҡытыусыларыбыҙ әйтеүенсә, беҙҙә уҡыу өс юғары уҡыу йортонда бер ыңғай уҡыуға тиң. Тыуған яҡтар һағындырһа ла, йыш ҡайтып йөрөп булмай, алыҫ. Байрамдарҙа, ҙур ялдар булғанда ғына ҡайтам.
Тулы материал 8-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: