Гәүһәр ЗӘЙНУЛЛИНА, Санкт-Петербург тау университетының 4-се курс студенты, Таймаҫ ауылы:
- Мин Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияла уҡып йөрөгәндә, һөнәр һайлау мәсьәләһе тыуғас, эҙләнеп ултырып Санкт-Петербург тау университетының, геология факультетына тап булдым һәм шул көндән алып, мотлаҡ ошо уҡыу йортона инергә тигән теләк менән янып йөрөнөм. Унда кереүе бик үк ауыр булды тимәҫ инем, уҡырға инеүебеҙ тураһында приказдар сыҡҡанын көтөүе генә тулҡынлы булды. Стипендияға килгәндә, башҡа ерҙәрҙән айырылмай, күп түгел, ул аҡсаға ғына көн күреп булмай, атай-әсәйем ярҙам итеп тора, буш ваҡыттарҙа үҙем дә эшләп, аҡса табырға тырышам. Ә уҡыу буйынса айырмалар бар. Мәҫәлән, беҙҙә барыһы өсөн дә берҙәм форма кейеп йөрөү ҡаралған: студенттар, аспиранттар, декандар – барыһы ла бер формала йөрөй. Тағы бер айырма рейтинговый система, экзамендарҙы автомат менән алыу юҡ.