Все новости
Байрам уңайынан
26 Января 2021, 12:08

Ни хәлдәһең, студент?

25 ғинуар Рәсәйҙә студенттар байрамы билдәләнә, Студент саҡтарҙы иҫкә алғанда, күңел йәшлеккә ҡайтып, хәтергә матур, күңелле иҫтәлектәр килә.

Гүзәл АБДУЛВӘЛИЕВА, Ырымбур дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты, Күмертау ҡалаһы:
Уҡыуымды тамамлағас, магистратурала ситтән тороп уҡырға һәм мәктәпкә эшкә инергә планлаштырам. Стипендияға килгәндә, ҙур, 30 мең алған ҡыҙҙарҙы ла беләм, әлбиттә был төрлө факторҙарҙан тора, мәҫәлән социаль стипендия, яҡшы уҡыу, төрлө дәрәжәлә әүҙемлек өсөн. Студент булғас ҡыҙыҡ мәлдәрһеҙ булмай, шуларҙың берәүен һөйләп үтәм. Беренсе курста, тәүге сессия башланғас, бүлмәләш ҡыҙым менән, ауыр имтиханды еңел бирер өсөн хәйләкәрлек уйлап таптыҡ. Ҙур-ҙур билеттарҙы ятлап ултырмаҫ өсөн, наушниктар ҡулланырға булдыҡ. Тәүҙә иптәшем инде, минең ярҙамым менән яҡшы ғына яуаптар биреп экзамен алып сыҡты, артабан минең сират һәм әлбиттә тәбиғәттә булған «закон подлости» буйынса, мин имтиханға кереп ултырыуым булды, наушниктарҙың зарядкаһы бөтөп, шығырлап, насар ишетелә башланы. Нәмә ишетәм шуны тиҙ тиҙ генә һөйләй башланым. Шул ваҡыт, күршем: «Һин мине дөрөҫ ишетмәйһең, сәпсим икенсе төрлө аңлайһың!» -тине, ә мин һүҙмә һүҙ шуны ҡабатланым. Уҡытыусы аптырап: «Һеҙ миңә әйтәһегеҙме?» - тип миңә аптыраулы ҡараш ташланы. Мин ер тишегенә кереп китә яҙҙым, шунда уҡытыусы хәйләгә төшөндө, ярай әле аңлаусан ине, үҙ көсөм менән булһа ла имтиханды биреп сыға алдым, шул көндән алып сессияларҙы, үҙ көсөмә генә ышанып бирәм.
Тулы материал 8-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: