Фестеваль ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде лә китте. Баймага килгән һәр теләгән кеше мастер-классҡа эләгеп оҫта ҡуллы визажист, стилистаҙың дәрестәрендә яулыҡты өҫ кейеме менән берләштереп, заманға ярашлы, зауыҡлы итеп йөрөтөү серҙәренә төшөндө. Оҫталарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй, һә тигәнсе алдыбыҙға матур матур образдар әҙерләп тә ҡуйҙылар. Ябай ғына яулыҡтың һылыуҡайҙарҙың йөҙҙәренә тағы мөләйемлек, гүзәллек өҫтәүе һоҡландыра. Яулыҡтарҙы дингә бирелгән ханымдар йөрөтә тигән ҡарашты үҙгәртеп, эшсән ҡатындар, йәш ҡыҙҙар ҙа көндәлек кейемдәрен сағыу, зауыҡлы, байрамсаға әйләндерә алыуын иҫбатланы оҫталар.