Все новости
Байрам уңайынан
15 Февраля 2021, 15:00

15 ФЕВРАЛЬ – ЯУГИР-ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫУ КӨНӨ

Хөрмәтле яугир-интернационалистар, ветерандар!15 февраль көнө, илебеҙҙә, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарыу көнө тип билдәләнә.Афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә һәм һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Беҙҙең райондан да 80-дән артыҡ яҡташыбыҙ Ватан алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 йәш райондашыбыҙ яу яланынан кире әйләнеп ҡайта алманы. Беҙ Афғансатнда һәләк булғандарҙы һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ, уларҙың туғандарының, яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.Был көндө Тыуған ил алдында үҙҙәренең гражданлыҡ һәм хәрби бурысын намыҫлы үтәгәндәрҙең барыһына ла оло хөрмәт белдерге килә. Күрһәткән батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт әйтәм.Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйем!Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле яугир-интернационалистар, ветерандар!
15 февраль көнө, илебеҙҙә, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарыу көнө тип билдәләнә.
Афған һуғышы – ил тарихында, меңләгән әсә һәм һалдат йөрәгендә уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Беҙҙең райондан да 80-дән артыҡ яҡташыбыҙ Ватан алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 йәш райондашыбыҙ яу яланынан кире әйләнеп ҡайта алманы. Беҙ Афғансатнда һәләк булғандарҙы һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ, уларҙың туғандарының, яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Был көндө Тыуған ил алдында үҙҙәренең гражданлыҡ һәм хәрби бурысын намыҫлы үтәгәндәрҙең барыһына ла оло хөрмәт белдерге килә. Күрһәткән батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт әйтәм.
Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйем!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: