Все новости
Байрам уңайынан
15 Февраля 2021, 12:49

“Яңынан тыуған кеүек”

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән Илшат Абдрахманов 1984 йылда Совет Армияһы сафына алынып, 3 ай хеҙмәт иткәндән һуң Афғаныстанға ебәрелә. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн «Ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Байрам уңайынан, Илшат Байрамғәли улын ҡотлап уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

Ул заманда беҙҙе бушҡа ваҡыт уҙғарып йөрөйҙәр тип тә, баҫып инеүселәр тип тә һанаусылар күп булды. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, насар һүҙҙәр ишетергә тура килде. Ләкин мин был һүҙҙәр менән ризалашмайым, илебеҙ өсөн һуғыштың йоғонтоһо ла, файҙаһы ла ҙур булды. Тормошомда ошо һынауҙы үткәнемә үкенмәйем, һауылыҡҡа зыяны ҙур булһа ла, әлеге көндә зарланмайым, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйем, - ти Илшат Абдрахманов.
Тулы материал 13-сө һанда.
Читайте нас: