Ул заманда беҙҙе бушҡа ваҡыт уҙғарып йөрөйҙәр тип тә, баҫып инеүселәр тип тә һанаусылар күп булды. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, насар һүҙҙәр ишетергә тура килде. Ләкин мин был һүҙҙәр менән ризалашмайым, илебеҙ өсөн һуғыштың йоғонтоһо ла, файҙаһы ла ҙур булды. Тормошомда ошо һынауҙы үткәнемә үкенмәйем, һауылыҡҡа зыяны ҙур булһа ла, әлеге көндә зарланмайым, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйем, - ти Илшат Абдрахманов.