Взводта минең яҡташым бар икәнлеген каптерщик Абдуралиев әйтте. Киске тикшереүҙә мин үҙебеҙҙең башҡортыбыҙҙы белдем, ләкин яҡын барманым. Ситтән генә күҙәтәм тегене. Эргәндәм үтеп-сүтеп йөрөй, һүҙҙе улда, миндә башламайбыҙ. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул Башҡортостандан бер үҙе генә, тик уйлап йөрөгән.
Фамилиям һирәк булғас, минең дә башҡорт икәнемде белмәгән.Иң башта ул миңә оҡшаманы. Ысынында, ҡойоп ҡуйған аристократ инде. Бигерәк ҡупшыҡай, бик таҙа йөрөй. Бөтә ерҙә үҙенең сослоғо, отҡорлоғо менән айырылып тора.
Стадионда, бер ваҡыт, стадионда старшина тәүге тапҡыр взводты ваҡытҡа йүгертте. Өс урауҙы үткәс, финишкә күп ҡалманы. Егеттәрҙең хәлдәре бөттө. Шул саҡта аранан кемдер: “Во бля, башкир газанул!” – тигән тауышын ишеттем. Кәүҙәм бәләкәсерәк булғас, мин артҡа рәттә килә инем, күрәм, яҡташым беҙҙе байтаҡ ара ҡалдырып, финишкә етеп бара, шунан әйләнеп ҡараны ла, көтөп тороп беҙҙең менән бергә йүгерҙе.Һалдат законы – “Один за всех и все за одного”. Ул ярыш түгел “Марш-бросок” бында һалдаттар бер-береһен ташламайҙар, берәүҙә алға атлыҡмай, артта ла ҡалмай.“Был минең яҡташ, гел беренсе булып өйрәнгәндер инде,” – тип уйланым мин.
Бер көндө, төш мәлендә казарма янында арттан “Сәләм. Зема!”- тип берәү өндәште. Әйләнһәм, яҡташым баҫып тора, ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына еткән...Шулай танышып киттек. Бик шәп егет булып сыҡты ул. Уҡыуҙа ла, спорттала һынатманы. Мин, ярай, донъяны күргәнмен инде, студенты һурпаһын һемергәнем.
Миңә хеҙмәт итеүе еңелерәк.Командирыбыҙ капитан Дворянчиков икебеҙҙе гел өлгөгә ҡуйып “Толковые башкиры” – тип әйтә торғайны.
Бер “политинформация” ла, (дәрестәр алдынан ул биш минутлыҡ халыҡ-ара хәл тураһында әңгәмә) Логинов тигән курсант газета киҫәгенән нимәлер уҡый. Ә капитаныбыҙ уны туҡтатты ла: “Объясните товарищ курсант, что за слово “отнюдь”, которое вы прочитали?”. Тегенебеҙ ни әйтергә белмәй.
Шунан Дворянчиков башҡа урыҫтарҙы баҫтыра башланы, улары ла был һүҙҙең мәғәнәһен аңлата алмайҙар. Эргәмдә минең “Зема” ҡулын күтәреп ултыра. Капитанға ул: “Здесь по смыслу предложения, это слово можно понять “далеко не так”, – тип аңлатты Дворянчиков: “Стыдно русские, свой язык не знаете, за вас башкиры отвечают. Молодец, курсант, садитесь”, - тип маҡтап ҡуйҙы.
Дәрес барышында уҡытыусы һору бирһә, беренсе Әхәттең уң ҡулы күтәрелә. Уның ыңғайына миндә. Беләмме, белмәйемме яҡташтан ҡалышмаҫҡа тырышам. Беләм, барыбер, Дворянчиков беҙҙән һорай һалмағанын.
Бер оятҡа ҡалдым. Капитан тотто ла мине баҫтырҙы. Ә мин ни әйтергә белмәйем, уның һорауы буйынса әҙер түгел инем.
-Раз не знаешь, чего руку поднимаешь? – тигән һорауына, - Забыл, тарищ капитан... тигәйнем, бына бөтәһе лә көлә башланылар. Командирыбыҙ миңә ҡарап торҙо ла: “Ну, хитрец же ты курсант... Руку поднял и думаешь, что тебя не спросят...” – тип мине оялтты. Ултырғас, Әхәткә терһәк менән төртөп: “Зема, һин заколебал, әйләнгән һайын мине ҡотортоп ҡулыңды күтәрәһең дә ултыраһың... - тип шыбырланым. Уҡытыусылар уға гел “бишле” һуға торғайнылар, ә минең “дүртле” билдәләре күп ине. Хәҙер әллә яҡташымдың киләсәктә губернатор буласағын белделәрме икән, тип уйлап көлөп ҡуям.
Эргәмдә “Зема” (беҙ-берегеҙгә шулай өндәшә инек) булғас, күңелле. Көндөң үткәнен һиҙмәйҙә ҡалаһың. Һис ҡайғыра, бошона белмәгән Әхәт бик ыҫнай, өҫтө-башып ҡарап ҡына йөрөнө.Бер көндө ҡыҙыҡ күреп уның итек таҙартҡанын һанап йөрөнөм. Беҙ көнөнә ике -өс тапҡыр, ә ул төшкә хәтлем генә ундан ашыу итеген ялтыратты. Зема һәр ваҡыт кеҫәһендә плюш туҡымаһы киҫәген алып йөрөттө, итектең йөҙөн көҙгөләй ялтыратырға щетка ла кәрәкмәй.
Мин уның менән ғорурлана инем. Уңайы килһә, “Мой земляк,”- тип кенә ебәрәм. Ул саҡта мин ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Әхәт менән хеҙмәт иткәнемә тағы ла ғорурлығымдың, ҡыуанысымдың сиге булмаясағын белмәй инем әле.
“Учебканы” тамамлағас, Әхәтте ҡапыл ғәскәрҙәргә ебәрҙеләр, мин нарядтә йөрөп ҡалдым. Шулай итеп мин дуҫымдың адресын ала алмай ҡалдым. Гел бер-беребеҙгә “Зема” тип өндәшкәс, фамилияһында иҫләмәйем. Уны юғалтыуыма ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, әсәйем мәрхүмә һаҡлаған хаттарымды уҡығанда “Башҡортостандан тағы бер егет бар, Ҡотлоәхмәтов Әхәт”, - тигән ҡыҫҡа ғына һөйләм күңелдә уны табасағыма өмөт уятты.
-Шунан икебеҙҙең фото менән “Йәшлек” газетаһына “Ҡайҙа һин, Зема?” тигән мәҡәлә яҙҙым.Ул саҡта мин шәхси күмәртәләп һатыу ойошмаһында юрист булып эшләй инем.Төшкә, эш буйынса Өфөгә килеп еткәйнем инде. Хужам миңә шылтырата: Мансур, тиҙерәк ҡайтып ет, һине администрациянан тапшыралар. Әллә күпме тапҡыр һоранылар, әллә эш берәй боҙҙоңмы? – тип һораны.
Мин шул шаянлығым инде, “Әллә ҡасанан инде, глава үҙеңә урынбасарға саҡыра, белмәйем, нишләргә?”- тинем. Тегенем бала һымаҡ ҡыуанды ла китте. “Ризалаш Мансур, исмаһам ҙур таяныс булыр инең миңә. Ҡайтыуыңа минән бер конъяк!” – тигән булды. Мин бик һауалы ғына: “Тағы һораһалар, әйт, иртәгә барып сығырмын”, тинем. Ул борсолһа ла, мин күңелем тыныс ине. Ләкин яңы ҡуйылған район башлығын күргәнемдә юҡ, белмәйем дә. Кемдер минең менән шаярырға булғандыр, тип уйланым.
Иртәгеһенә, әле түшәктә ятам, кеҫә телефоны шылтырай. Алдымда, тыңлайым. Ә телефон миңә нимә ти:
-Подъем! Хәлдәр нисек? Был мин Әхәт, “Зема”, - тигән тауыш ишеткәс минең иҫем китте. Бына шулай таптым мин Ҡотлоәхмәтов Йәүҙәт улы Әхәтте, Көйөргөҙе районының башлығын. Минең мәҡәләмде уҡығас, беҙҙең администрацияға шылтыратҡан. Ә телефон номерымды редакцияныҡылар биргән икән. Әлбиттә, минең ҡыуанысымдың сиге булманы.
Эшемә килгәс, хужам коньякты сығарып ултыртҡайны. Мин:
- Кәрәкмәй, мин отказ бирҙем инде, һеҙҙе ташлап киткем килмәй, - тип уны аптырауҙа ҡалдырҙым. Аҙаҡ: “Вәт, ҡыҙыҡ кеше ул Багаув! Ниндәй урындан баш тартты”, – тигән һүҙҙәр йөрөнө. Өндәшмәнем, “Әйҙә, мине шәләй – вәләй кеше, тип уйламаһындар”, тип уйланым.
+1 °С
Ясно