Хөрмəтле күмертауҙар, ҡəҙерле ветерандар!
23 февралдə илебеҙ дəүлəт байрамын – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдəлəй. Был матур көн һəр кем өсөн изге булған Ватанға һөйөү, намыҫ, хəрби бурысҡа тоғролоҡ, армия һəм халыҡтың айырылғыһыҙ булыуы кеүек төшөнсəлəрҙе юғары күтəрə. Төрлө заманда ла хəрби хеҙмəт, Ватанды һаҡлауға əҙер булыу бик мөһим һəм изге бурыс булып ҡала. Барыһын да – һуғыш һəм хеҙмəт фронты ветерандарын, хəрбиҙəрҙе, ҡала халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлайым! Һеҙгə ныҡлы сəлəмəтлек, бəхет, именлек, тыныслыҡ һəм изгелек телəйем.