Юшатыр
-24 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Байрам уңайынан
5 Марта 2021, 14:51

Сәскә һымаҡ ҡыҙҙарға сәскәләр

8 мартҡа бәйле, Күмертауҙың үҙенең йолаһы бар -ГИБДД руль артында китеп барған ҡыҙҙарға сәскә бүләк итә.

Был матур йоланы быйыл да боҙманылар, һауа торошо ҡот осмалы, буран һепертә, ошо мәлдә ҡыҙ кеше машинала китеп барғанында уны туҡтаталар - был аптырай, һин дә мин китеп барам да баһа, нимәгә бәйләнмәксе булаһығыҙ? Үҙен әрләргә түгел, сәскәләр бүләк итергә туҡтатҡандарын белеү менән, иреп төшә, рәхмәт һеҙгә, ГАИ хеҙмәтҡәрҙәре, үҙегеҙҙең дә тормошоғоҙ сәскә һымаҡ матур булһын.
Читайте нас в