Все новости
Байрам уңайынан
6 Марта 2021, 12:36

Еңгәйҙәрем

Абруйлы, күркәм холҡло, күңелдәре матур еңгәйҙәрем Баянова Фирҙәүес Һиҙиәт ҡыҙы менән Һөйөндөкова Гөлзифа Ташбулат ҡыҙы бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Еңгәйҙәрем матурлыҡ ярата, йәй көндәрендә ишек алдары гөл- сәскәгә күмелә. Баҡсасылыҡ менән дә шөгөлләнәләр.

Беҙҙең Аллабирҙелә туй йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәр йәшәп килә. Кейәү килә, еңгәйҙәр ҡаршы алалар, ҡунаҡ итәләр, иртәгеһенә мунса яғалар... Кейәү еңгәһе булыу яуаплы, изге эш. Уяулыҡ, һаҡлыҡ, күпме сабырлыҡ талап итә был вазифа. Саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырһаң, иғтибарың юғалһа мунсаң да, бешергән ашың да әрәм булыуы бар. Фирҙәүес еңгәмдең борхоп ҡайнап ултырған самауырҙы алъяпҡысы менән ҡапларға тырышып йүгереп йөрөүе һаман да күҙ алдында. Гөлзифа еңгәм кейәү мөгәре янынан китмәй, уның һәр аҙымын һиҙгер күҙәтә...
Шул саҡтарға 40 йыл булып та киткән. Беҙ үҙебеҙ ҡартатай менән ҡәрсәй.
Абруйлы, күркәм холҡло, күңелдәре матур еңгәйҙәрем Баянова Фирҙәүес Һиҙиәт ҡыҙы менән Һөйөндөкова Гөлзифа Ташбулат ҡыҙы бөгөн икеһе лә хаҡлы ялда. Еңгәйҙәрем матурлыҡ ярата, йәй көндәрендә ишек алдары гөл- сәскәгә күмелә. Баҡсасылыҡ менән дә шөгөлләнәләр.
Ике еңгәм дә өс улға әсәйҙәр, беҙҙең дә өс улыбыҙ бар. Улдарын аяҡҡа баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, ғүмер итәләр.
Фирҙәүес еңгәм бүлә – бүләсәрҙәренә ҡәрсәй булыу бәхетен күрә.
Улар икеһе лә ауылыбыҙҙың балалар баҡсаһы хеҙмәтҡәрҙәре. Гөлзифа еңгәм оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне, иплелеге, алсаҡлығы өсөн кескәйҙәр яҡын күрҙеләр, яраттылар.
Фирҙәүес еңгәм балалар баҡсаһы асылған көндән ашнаҡсы булды, кескәйҙәрҙе тәмле- тәмле аштары менән һыйланы.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан бөгөн дә улдарын, ейән- ейәнсәрҙәрен тәмле- тәмле бәлештәр менән ҡунаҡ итәләр.
Фирҙәүес һәм Гөлзифа еңгәй, йәмле яҙҙың иң беренсе байрамы менән! Ныҡлы сәләмәтлек,иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, балаларығыҙҙың уңыштарына, еңеүҙәренә һөйөнөп, изгелектәрен күреп йәшәргә яҙһын
Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы. Аллабирҙе ауылы
Читайте нас: