Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта 2021, 01:09

Ҡанатланып ҡайтҡандар

Əлфиə Шəрипова, Күмертау ҡалаһының 8-се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһы мөдире:- Конкурс тураһында гəзиттəрҙəн, интернеттан күреп белдем, үҙ телəгем менəн ҡатнашырға булдым. Был матур сарала ҡатнашып, байрамға барып финалист дипломы, «Педагог – ҡатын-ҡыҙ» номинацияһын, БР халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рəхмəт хаттары менəн бүлəклəнеп ҡайтыуыма бик шатмын.

Əлфиə Шəрипова, Күмертау ҡалаһының 8-се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһы мөдире:
- Конкурс тураһында гəзиттəрҙəн, интернеттан күреп белдем, үҙ телəгем менəн ҡатнашырға булдым. Был матур сарала ҡатнашып, байрамға барып финалист дипломы, «Педагог – ҡатын-ҡыҙ» номинацияһын, БР халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рəхмəт хаттары менəн бүлəклəнеп ҡайтыуыма бик шатмын. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, беҙҙең өсөн шул тиклем ҙур байрам ойошторҙолар: матур концерт, матур итеп биҙəлгəн зал. Əле һаман да юғары тəҫьораттар менəн ҡанатланып, илһамланып, артабан да ошондай күркəм сараларҙа ҡатнашырға тигəн өмөттəр менəн янып йөрөйөм. Ошо уңайҙан был сараны ойоштороп, беҙҙе берлəштереп, бер-беребеҙ менəн аралаштырыусы Гөлнур Ҡолһаринаға ҙур рəхмəттəремде əйтеп үтəм. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыуға булышлыҡ иткəн Күмертау ҡалаһы башҡорттары башҡарма комитеты ҡоролтайы рəйесе Ə.Ф. Шəмиғоловаға, Күмертау ҡалаһындағы «Берҙəм Рəсəй» партияһы етəксеһе Е.В. Решетниковаға рəхмəттəремде еткерəм.
Тулы материал 19-сы һанда сыҡты.
Читайте нас: