Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта 2021, 01:01

Ҡанатланып ҡайтҡандар

Гөлнара Аҡсурина, Яңы Таймаҫ ауылының Р.Солтангəрəев исемендəге гимназия филиалы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының өлкəн тəрбиəсеһе:- Былтыр коллегабыҙ ошо конкурста ҡатнашҡайны, быйыл Рəйсə Нəжип ҡыҙы: «Əйҙə беҙ ҙə ҡатнашып ҡарайыҡ, презентация эшлəргə үҙем ярҙам итəм», - тип конкурста ҡатнашырға əйҙəне. Уға рəхмəт. Мин ике номинацияға дəғүə иттем: «Педагог - ҡатын ҡыҙ» һəм «Ҡатын-ҡыҙ - əсə».

Гөлнара Аҡсурина, Яңы Таймаҫ ауылының Р.Солтангəрəев исемендəге гимназия филиалы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының өлкəн тəрбиəсеһе:
- Былтыр коллегабыҙ ошо конкурста ҡатнашҡайны, быйыл Рəйсə Нəжип ҡыҙы: «Əйҙə беҙ ҙə ҡатнашып ҡарайыҡ, презентация эшлəргə үҙем ярҙам итəм», - тип конкурста ҡатнашырға əйҙəне. Уға рəхмəт. Мин ике номинацияға дəғүə иттем: «Педагог - ҡатын ҡыҙ» һəм «Ҡатын-ҡыҙ - əсə». Иң тəүҙə үҙең тураһында презентация яһап, заявка ебəрергə кəрəк, район ҡарап сыҡҡас, республика кимəленə ебəрергə хəл итə. Интернет селтəрендə эштəреңдең фотоларын ҡуйып əүҙем ҡатнашырға, шулай уҡ үҙең тураһында, барлыҡ ҡаҙаныштарыңды күрһəтеп, мəғлүмəт тултырып ебəрергə кəрəк булды. «Күп балалы əсəй» номинацияһына балаларың тураһында, уларҙың еңеүҙəре, кем булыуҙары тураһында яҙып үтергə кəрəк ине, Аллаға шөкөр, балаларым барыһы ла юғары белемле, ҡаҙаныштары ла етəрлек былар барыһы ла номинацияла еңеү өсөн мөһим булғандыр. Шулай итеп баш ҡалабыҙға барып финалист дипломын, «Ҡатын-ҡыҙ - əсə» номинацияһын алып ҡайттым, минең өсөн был бик юғары баһа, сөнки ҡатынҡыҙҙың төп тəғəйенлеше, төп эше ул – Əсə булыу, тип уйлайым.
Тулы материал 19-сы һанда сыҡты.
Читайте нас: