Килен булыуы еңел түгел, дөрөҫөндә, сит донъяға барып эләгә лә ул, иреңә яра, бейемеңә яра, бөтөн ауылға яра. Туҡмасты дөрөҫ киҫәме, һыйырҙы оҫта һауамы, ашҡа тоҙҙо нисек һала, иҙәнде ҡалай йыуа, оҙаҡ йоҡлап ятмаймы - барыһын да күреп-тикшереп торалар. Шөкөр, был йәһәттән, Яңы Мораптал килендәре мах бирмәҫ ҡыҙҙар. Барған ереңә таш булып бат, тип, ҡыҙҙарын оҙатҡанда күҙ йәштәрен һөртөп ҡала әсәләр, Морапталға килгән килендәр барыһы ла батты һәм ауылдың иң кәрәкле кешеләренә әүерелде. Бигерәк шапырта был тимәгеҙ, кисә Яңы Морапталда Уңған килендәр тигән бәйге үткән, бына шуны кем ҡараған, кинәнеп, ҡыуанып ултырған, әллә донъялағы барлыҡ һәйбәт ҡыҙҙар беҙҙең ауылға килә лә төшә инде, бигерәк шәптәр, ҡулдарынан да, телдәренән дә килә.