Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2021, 09:00

8 МАРТ - ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ

Ҡəҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менəн ысын күңелдəн ҡайнар ҡотлайым! Беҙ был байрамды юҡҡа ғына яҙ етеүе, матурлыҡ һəм нəзəҡəтлелек, йорт йылылығы, тормошобоҙҙоң яңырыуы менəн бəйлəмəйбеҙ.Тормошобоҙҙо гүзəл заттарыбыҙҙың хəстəрлегенəн һəм мөхəббəтенəн тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Һеҙ ғаилə усағын һаҡлайһығыҙ, сəнəғəт, фəн, сəнғəт, эшҡыуарлыҡ өлкəлəрендə ир-аттарыбыҙ менəн бер тиң хеҙмəт итəһегеҙ, иң мөһиме балаларға ғүмер бүлəк итəһегеҙ, уларҙа иң һəйбəт кешелек сифаттарын тəрбиəлəйһегеҙ. Һеҙ мөхəббəтегеҙҙе биреп тəрбиəлəгəн балалар аҡыллы, талантлы булып үҫеп, ҙур асыштар, ҡаҙаныштарға лайыҡ булалар. Яныбыҙҙа өлəсəйҙəребеҙ, əсəйҙəребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апайҙарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ – һоҡландырғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда ғына, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы күпкə еңелерəк. Һеҙ яңы еңеүҙəргə илһамландыра белəһегеҙ.Яҙғы кəйефтəр, яҡындарығыҙҙан көтөлмəгəн бүлəктəр, иң яҡты телəктəрегеҙҙең тормошҡа ашыуын телəйем!Өйҙəрегеҙҙə һəр саҡ мөхəббəт һəм именлек өҫтөнлөк итһен, яҡындарығыҙ һеҙгə ҡарата гел хəстəрлекле, иғтибарлы булһын, ə яңы яҙ яңы ҡыуаныс-шатлыҡтар алып килһен, бар телəктəрегеҙ ҙə тормошҡа ашһын! Бəхетле булығыҙ!Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район Хакимиəте башлығы.

Ҡəҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менəн ысын күңелдəн ҡайнар ҡотлайым! Беҙ был байрамды юҡҡа ғына яҙ етеүе, матурлыҡ һəм нəзəҡəтлелек, йорт йылылығы, тормошобоҙҙоң яңырыуы менəн бəйлəмəйбеҙ.
Тормошобоҙҙо гүзəл заттарыбыҙҙың хəстəрлегенəн һəм мөхəббəтенəн тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Һеҙ ғаилə усағын һаҡлайһығыҙ, сəнəғəт, фəн, сəнғəт, эшҡыуарлыҡ өлкəлəрендə ир-аттарыбыҙ менəн бер тиң хеҙмəт итəһегеҙ, иң мөһиме балаларға ғүмер бүлəк итəһегеҙ, уларҙа иң һəйбəт кешелек сифаттарын тəрбиəлəйһегеҙ. Һеҙ мөхəббəтегеҙҙе биреп тəрбиəлəгəн балалар аҡыллы, талантлы булып үҫеп, ҙур асыштар, ҡаҙаныштарға лайыҡ булалар. Яныбыҙҙа өлəсəйҙəребеҙ, əсəйҙəребеҙ, ҡатындарыбыҙ, апайҙарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ – һоҡландырғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда ғына, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы күпкə еңелерəк. Һеҙ яңы еңеүҙəргə илһамландыра белəһегеҙ.
Яҙғы кəйефтəр, яҡындарығыҙҙан көтөлмəгəн бүлəктəр, иң яҡты телəктəрегеҙҙең тормошҡа ашыуын телəйем!
Өйҙəрегеҙҙə һəр саҡ мөхəббəт һəм именлек өҫтөнлөк итһен, яҡындарығыҙ һеҙгə ҡарата гел хəстəрлекле, иғтибарлы булһын, ə яңы яҙ яңы ҡыуаныс-шатлыҡтар алып килһен, бар телəктəрегеҙ ҙə тормошҡа ашһын! Бəхетле булығыҙ!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район Хакимиəте башлығы.
Читайте нас: