Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2021, 11:53

Йәштәр ҡотлай

8 март – беҙҙең өсөн яҙ байрамы, матурлыҡ байрамы, һəр йəштəге барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Һəм ошо уңайҙан гүзəл заттарҙы “Юшатыр” гəзите аша Күмертау ҡала Советының йəш депутаттары ҡотлайҙар.

Артем Ананьев:
- 8 март көнөндə барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға эргəлəрендə һəр саҡ ярҙам итə алырлыҡ һəм ҡыуандырырлыҡ ныҡлы таяныстары булһын тип телəйем! Яҙғы кəйеф һəм күп шатлыҡтар һеҙгə!
Алексей Евченко:
- Тирə-яҡтағы һəр нəмə һеҙҙе тик ҡыуандырып һəм илһамландырып ҡына торһон! Йышыраҡ көлөгөҙ, йылмайығыҙ, ғүмер һуҡмаҡтарын оптимистик рухта үтегеҙ, ə беҙ үҙ сиратыбыҙҙа бының өсөн бар көстəн т ырышасаҡбыҙ. Байрам менəн, ҡəҙерлелəр!
Евгений Оськин:
- 8 Март – айырыуса наҙлы һəм мөхəббəтле көн. Традицион рəүештə, был көндө һəр гүзəл затты уның ҙур көскə эйə булған бер һүҙ, «ҡатын-ҡыҙ» һүҙе, менəн аталғандары өсөн ҡотлайбыҙ. Һеҙ матур ҙа, аҡыллы ла, яғымлы ла... һеҙҙең йөрəктəрҙə гел яҙ булһын. Ныҡлы һаулыҡ һəм бəхет-шатлыҡтарға төрөнөп йəшəүегеҙҙе телəйем!
Йәштәр һүҙен Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, Күмертау ҡала Советы депутаты, яҙып алды.
Читайте нас: