Байрам уңайынан
11 Марта 2021, 12:39

Оялаһы түгел

Ҡайҙа нисектер, Ялсыҡайға килен төшһә, уны ныҡ тикшереп алалар, ә үҙҙәренең ҡыҙҙарын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерәләр. Ситкә бирһәләр, оялаһы түгел.

Кем ышанмай, Ялсыҡайҙа үткән 8 март байрамына килергә булған. Вәт ҡыҙҙар күрһәткән унда һөнрҙәрен. Ҡулдарынан килмәгән эше юҡ икән дә. Бейеү менән бергә сигеү, йырлау менән бергә ямау. Һәм, әлбиттә, картуф әрсеү. Унһыҙ булмай, картуф - икенсе икмәк, йыуан итеп әрсеп әрәм-шәрәм итеп бөтһәң, ниндәй ир һиңә сыҙап торор. Ҡыҫҡаһы, Ялсыҡай ҡыҙҙарының оялар ере юҡ, бар йәһәттән килешкәндәр. Әйткәндәй, Ялсыҡайҙа бөгөн йәнә тамаша, Илкәнәйҙәр спектакль менән килә. Был турала саҡ ҡына һуңыраҡ.
Читайте нас