Юшатыр
+14 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Байрам уңайынан
14 Марта 2021, 07:15
Һабантуй тиерһең
Район үҙәгенең Йәшлек мәҙәниәт йорто алдында бөгөн энә төртөр ҙә урын юҡ. Машиналар... әйтерһең, бөгөн бында Һабантуй. Масленицаны шулай киң итеп үткәрәләр, халыҡ был байрамды ныҡ үҙ итә, күрәһең, шығырлап тулған да ҡуйғандар.
Аш-һыу - аҙна буйы ҡунаҡ саҡырырлыҡ. Ермолаевоның 1 мәктәбе директоры А. Самсоненко беҙҙең алда бер аҙ маҡтанып алды:
- Әйттем күп әҙерләмәгеҙ тип, юҡ, 33 өҫтәл теҙгән дә ҡуйғандар.
Байрам, ысынлап та, дан. Ат егептереп килгәндәр ҙә бар. Кемгә-кемгә, балаларға ҙур ҡыуаныс, ҡоймаҡ ашап туйғас, ҙур итеп өйөлгән ҡар тауынан шыуып бер булалар.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"