Тырыш Эльвирабыҙ һəр яҡлап та өлгөрə, ғаилəһендə лə, йəмəғəт эштəрендə лə əүҙем, үҫтергəн гөлдəре лə күҙҙең яуын алып тора. Шулай уҡ һаулыҡ һағында эшлəүсе Роза Əбйəлилова, Раушания Буранова, ғүмер буйы һауынсы булып эшлəп, хаҡлы ялға сығыусы Гəүһəр Мирасова, Минзилə Аҙнабаева, почта хеҙмəткəре булып эшлəп ялда булыусы Эльвира Ялсыҡаева, ауылыбыҙ уҡытыусыһы Гөлшат Яматова ла буш ҡул килмəгəндəр, һəр береһе бүлəк тотоп килгəндəр. Олеся Юлбаевабыҙ ҙа беҙҙең уң ҡулыбыҙ.