Байрам уңайынан
17 Март 2021, 07:22

Тел шартлатыу

Тәү килеп кергәндә үк күҙгә ныҡ ташланды ул, ауылдан килгән ҡыҙҙар, ғәҙәттә, оялсан була, ә был... Нимәлер баҫтырырғамы, принтерҙан сығарырғамы тип кергән (Күмертауҙа уҡытыусы мәле ине), өҫкә менеп килә: йә, буламы, юҡмы? Ул саҡтағы яуаплы сәркәтип Тәлғәт Шаһманов ай-буй, үткер ҡыҙ, маладис, тип тел шартлатты.

Торараҡ яҡынданыраҡ таныштыҡ, теләгән һәр кем менән яҡынайып булмай, Ленаның ихласлығы, эскерһеҙлеге әсир иттеме, ысын дуҫҡа әйләнде. Ысынлап та, тел шартлатыр ҡыҙ ҙа баһа был. Ниндәйҙер икеләнгән, бәхәслерәк ерҙә унан һорарға була: нисек уйлайһың? Лена Дим ҡыҙының, быларҙың хәтере ҡаламы-юҡмы икәнен уйлап тормай, тураһын ярғанын беләбеҙ, шуға ла уның фекере беҙҙең өсөн мөһим. Ҡай саҡ ошо төркөмдә йәки гәзиттә материал сыға, ул әйтә: шәп булған был йәки пустяк булған анау нәмәгеҙ. Гәзит өсөн борсолоп торған уҡыусыбыҙ ҙа ул. Ҡытый-мытыйлыраҡ материал сыҡһа, беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ тулҡынлана, заманы заманмы, ул-был булмағайы. Һинең өсөн борсолоп торған кеше, һинең хәлеңде үҙеңдеке һымаҡ ҡабул итеүсе булыуы ниндәй бәхет икәнен аңлатып тороу кәрәкме?
Бөгөн уның тыуған көнө, юбилей. Ауыҙ тултырып, юбилей тип әйтеү ҙә әллә нисек, хәс ниндәйҙер оло кешегә әйткән һымаҡ. Лена Ғәббәсованың бәләкәй генә юбилейы. Алда ҙур-ҙур юбилейҙарҙы, ҙур-ҙур залдарҙа булмаһа ла, ҙур-ҙур шатлыҡтар менән ҡаршы алырға яҙһын. Тормош иптәшең, Хоҙай тарафынан бәхет итеп бирелгән Илмирың, береһенән-береһе матур ҡыҙҙарың, атайың һәм барлыҡ туғандарың, дуҫтарың (улар араһында беҙ ҙә бар) менән бергә бәхет туҫтағын бөтөргәнсе эсеп, иҫәнлектә йәшәргә булһын.
Тәлғәт Ғиндулла улы: утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ был тигәйне. Янған хәлдә лә тик мөхәббәт утында, батҡан хәлдә лә тик бәхет диңгеҙендә батырға булһын. Барыһы ла: ҡалай һәйбәт ҡатын, уңған әсә, тоғро дуҫ тип, тел шартлатырлыҡ итеп йәшәргә насип итһен. Тыуған көнөң менән.
Читайте нас