Байрам уңайынан
25 Марта 2021, 07:31

Йәшәйек әле

Культура нимә була? Бик ҡатмарлы һорау ҙа ул, уға һәр кем тулайым ғына яуап та бирә алмаҫ. Ошо ҡатмарлы өлкәлә эшләгәндәрҙең бөгөн профессиональ байрамы. Райондың мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәрен Йәшлек мәҙәниәт һарайында бөгөн ихлас ҡотланылар. Хакимиәттән ҙур кешеләр булманы, эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Якубов Владислав барсаһын тәбрикләне. Һәм китте... бүләктәр, грамоталар, сәскәләр...

Азамат Туйгилдинды айырым әйттеләр- атҡаҙанған исеме кешегә бер бирелә, уныһы ла һәр кемгә тәтемәй.
- Ярар, былтыр үлмәгәнмен, бындай матур көндәрҙе күрмәҫ инем- Азамат Усман улы ихласлап шулай тине.
Туҡта әле, абзый, ашыҡмай торайыҡ, йәмле яҙ етте, алда матур йәйҙәр, йырҙағыса: йәшәргә лә әле йәшәргә.
Силсәүиттәрҙе лә ҡотланылар, уларһыҙ култьтура- культура буламы һуң.
Ауыл башлыҡтары исеменән Нуриә Шәрипова һүҙ тотто. Башҡортсаһы ғына түгел, руссаһы лә шәп апайыбыҙҙың, донъя йөҙөндә ниндәй матур һүҙҙәр бар, барыһын да Пушкин телендә әйтте лә һалды.
Тулы материал иртәгә гәзиттә сыға.
Читайте нас