Әле генә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар гәзите менән берлектә "Стәрлетамаҡ гүзәле" конкурсы үтте. Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары һылыу икәнен белә инек, бына тағы бер тапҡыр иҫбатлап, Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылының моңло һандуғасы Динара Вәхитова был конкурста гран-приға лайыҡ булды.
Рәлиф һәм Рәсилә Вәхитовтарҙың ғаиләһендә 5 бала матур тәрбиә алып, бәхетле бала саҡта үҫәләр. Атайҙарының дәртле гармун көйҙәренә һәр береһе ҡушылып йырлап, оҫтарып үҫә. Ә егәрлелеге, оҫталығы, сибәрлеге әсәйҙәренән.Динара Күмертауҙа БРГИла уҡығанда ла төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып торҙо. Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжында 4 курста тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә.
Афарин, Динара, уңыштар һиңә!