Байрам уңайынан
7 Апреля 2021, 07:22

Ғәйепкә бөкмәгеҙ

Был тауыш биреүҙе башлағанда уҡ "Үтә ныҡ яҡын ҡабул итмәгеҙ, беҙ ВЦИОМ да, Левада-центр ҙа түгел, ауыл башлыҡтарының иң шәбе кем тип һорағанда, объективлыҡҡа әллә ни дәғүә итмәйбеҙ" тип белдергәйнек.

Шулай ҙа, кешенең күңеле бар, мин-минлек бар. Бер ауыл башлығы көн дә шылтырата, бер аҫҡа төшәм, бер өҫкә менәм, юҡ нәмә тип ҡул һелтәһәм тәүҙә, хәҙер төн йоҡолары ҡасты. Икенсеһе: ниңә ул тиклем оҙаҡҡа һуҙҙығыҙ, тамамлағыҙ тиҙерәк, тине. Ысынлап та, бәлки, үтә оҙаҡ ваҡытҡа һуҙғанбыҙҙыр, торараҡ ҡарарбыҙ, тауыш биреүҙе иртәрәк тамамлауыбыҙ ҙа ихтимал. Әле бөтәһе 4 мең самаһы кеше тауышын бирҙе, билдәле, араларында беҙҙең районда йәшәмәгәндәре, ауылдың хәле ике ятып бер төшөнә инмәгәне лә бар. Шуға ла был тамашаны ниндәйҙер кимәлдә шаярыу һымаҡ ҡабул итһәгеҙ ине. Йомғағы булғас, кем беренсегә сыҡҡан - шуға бүләк бирәбеҙ, әлбиттә, ысынында, ҡулдан килһә, һәр бер башлыҡҡа бүләк биргәндә шәп булыр ине - әрләһәң дә, маҡтаһаң да, ауыл елкәһенә төшкән бар ауырлыҡты әле улар күтәреп килә.
Читайте нас