Ошо көн сиктәрендә район ойошмаларында төрлө льготалар ҡабул иттеләр. Мәҫәлән, районыбыҙҙың тарихи-мәҙәни музейы ошо категорияға ингән кешеләрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен бушлай ҡабул итеп, экскурсия үткәрәсәк. Был мөмкинселекте музей уларға һәр ваҡыт бирәсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм СССРҙың почетлы донорҙары Йәшлек район мәҙәниәт һарайындағы кинотеатрға 50 процентлы ташлама менән инә ала, Сокол физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренажер залына, аэробикаға ла улар бушлай йөрөй алалар. Шулай уҡ донорлыҡ өсөн ҡан биргән башҡа кешеләр ҙә, ҡан биреү тураһында справка алып килеп, Сокол һауыҡтырыу комплексынада бер ай бушлай шөғөлләнә алалар.