Сәй - шәп нәмә, ҡыҫҡаһы. Ниңә башым ауырта - сәй эсмәгәнгә тип, ҡайһы бер сиргә сәбәбен дә табып ҡуя беләбеҙ. Шуныһы: сәй ныҡ һәйбәт булһа ла, уны ниндай касанан эсеүең мөһимдер. Иң тәмле сәй ҙә, алама һауыттан эсһәң, тәмен юғалта. Беҙ, шуны уйлап, матур сынаяҡтар менән сәйнүк алдыҡ. Кемгә? Силсәүиткә. Сәй кешегә көс тә бирә тиҙәр, эскәс, матур касаларҙан ғына эсеп, ғүмере бөтмәҫ эштәрен был ауыл башлығы һәйбәт башҡарһын, хәле бөтмәһен, башы ауыртмаһын.