Байрам уңайынан
24 Апреля 2021, 05:37

Төшөп ҡалманығыҙ

Һаумыһығыз. Астағы фотола Ағинəйзəр төшкəн фотола без юксы. Ильясов менəн Акилов менəн дə төштөк Ни эшлəп куйманығыз?

Дәғүәне ҡабул итәбеҙ. Ағинәйҙәр менән аҡһаҡалдар сараһы көнө буйы барҙы, сарала ҡатнашҡандарға ғына түгел, уны яҡтыртҡандарға ла самаһыҙ ауырға тура килде. Фотолар бихисап. Ҡайҙа, кемде, нисек ҡуйып бөтөргә - аптыраш. Ҡаҙармалар, ысынлап та, төшөп ҡалған. Фотоларҙан. Тормоштан түгел. Кисә үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек - бәләкәй генә ауыл, ә ҡалай шәп йәшәп яталар. Балаларҙы күпләп табалар - был турала әйткәнбеҙ булды- район рекордтар китабы булһа, индерергә кәрәк. Әүҙемдәр. Ағинәйҙәр һәр ерҙә лә юҡ (кисә күрҙек тә), ә Ҡаҙарма ауылы нимә кәрәк, барыһын да алған да килгән, номерҙары ҡалай булды. Урын алдылар!
Аңлатма өсөн генә яҙабыҙ. Насар уйҙан түгел, әпәләнеүҙән төшөп ҡалған фотоғыҙ. Иң мөһиме, һеҙ тормош арбаһынан төшөп ҡалмағанһығыҙ, артабан да тигеҙ юлдан оҙаҡ итеп бергә барырға булһын.
Читайте нас