Байрам уңайынан
26 Апреля 2021, 06:09

Тере ҡуллы

- Бындай эштə ултырғас, дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа була бит инде? Был яҡтан хəлдəр нисек?- Була инде, барыһы ла маҡтап ултырмай, эшеңде күрə алмаусылар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы берəүҙəр тайғанды, тайпылғанды ғына көтөп ултыра.

Бер яҡшы эш эшлəп ҡуяһың, рəхмəт əйтеп маҡтап ҡалалар, шул уҡ эш буйынса һуңынан ялыу бар тип шылтыраталар. Миҫал өсөн, Урта Бабаларҙың күперен йыл да ташҡында һыу йыуып шылдыра, быйыл улай уҡ ныҡ йыуылмаһа ла, ҡырсын ашалған, шуны камаз алып барып 7-8 сəғəттə йыуылған ҡырсынды алып, матурлап күперҙе тигеҙлəп түшəп, йөрөрлөк хəлгə килтерҙек, Халыҡҡа яҡшы булһын тип эшлəнгəн эш, иртəгəһенə миңə: «Ҡырсынды ҡайҙан алып түшəнегеҙ, һеҙгə ялыу бар»,- тип шылтыраттылар. Барыһын да аңлатып һалғас, ярар был бəлəнəн ҡотолдоҡ.
Әңгәмә тулы килеш үткән һанда гәзиттә сыҡты.
Читайте нас