Байрам уңайынан
27 Апреля 2021, 09:07

“Окоптағы һалдаттар”

Йосопова Зөлфиә Фәрих ҡыҙы, Павловка ауылы фельдшеры, Башҡортостан республикаһы муниципаль берәмектәр Ассоциацияһы Советы почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе:- Павловкала 30 йыл буйы фельдшер булып эшләйем. Пенсияла мин күптән, шулай ҙа туҡтарға иҫәп юҡ, эшемде яратам.

Йосопова Зөлфиә Фәрих ҡыҙы, Павловка ауылы фельдшеры, Башҡортостан республикаһы муниципаль берәмектәр Ассоциацияһы Советы почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе:
- Павловкала 30 йыл буйы фельдшер булып эшләйем. Пенсияла мин күптән, шулай ҙа туҡтарға иҫәп юҡ, эшемде яратам. Эште башлағанда 500 кешене ҡарай инем, әле 250 самаһы. Халыҡ кәмей. Халыҡ кәмеһә лә эш аҙайманы, ҡағыҙ эшен ныҡ арттырҙылар. Эшемдә иң ауыры нимә? Кешенең ғүмер менән хушлашыуын күреүе ныҡ ауыр. Бәндә нисә йыл йәшәһә лә, йәшәүҙән туймай, хатта 90 йәшлек инәй-бабайҙар мәңгелеккә күҙҙәрен йомһа ла ауыр кисерәм.
Материал гәзиттә булды.
Читайте нас