Байрам уңайынан
9 Мая 2021, 03:56

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре!

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Миллиондарса ҡорбандар биреп яуланған Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле.

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре!
Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Миллиондарса ҡорбандар биреп яуланған Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Ул мәңгегә фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символы булып ҡала.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙ беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, күп милләтле халыҡтар дуҫ йәшәгән Тыуған ил бүләк иттегеҙ. Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Байрам айҡанлы һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, иғтибар һәм ихтирамға төрөлөп йәшәүегеҙҙе теләйем! Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын, яҡты ҡояш нурҙары йәшәүебеҙгә йәм өҫтәп торһон!
М.А.Пержинский, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары
Читайте нас