Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кеше күңеленә юйылмаҫ тәрән эҙҙәр ҡалдырҙы. Һәр йыл һайын Еңеү көнө алдынан уйҙарыбыҙ ошо ауыр йылдарға барып тоташа.
Яҡут китапһанаһыла ошо байрам уңайынан бик матур тәрбиәүи саралар үткәреп тора.
Ауылдың һәр йортоноң тәҙрәһен шаҡыған был ҡәһәрле һуғыш, һынау алдында башын эймәгән батырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Һәр бер һуғыш ветерандарын иҫкә алып, обеллискага сәскә һалдыҡ.
Сарала ауылыбыҙ ветераны, бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Нәсибә Кәҙергалина ҡатнашты, Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан, ауылы тип янып йәшәгән Ләйсән Азнабаева ла ситтә тороп ҡалманы.
Байрам менән!