Байрам уңайынан
10 Май 2021, 04:19

Хәтер көнө

Уны былтыр 23 октябрҙә генә астылар. Яманғол ауылының. данлыҡлы кешеһе, Раил Байбулатовтың атаһы, арҙаҡлы уҡытыусы, ҡәҙерле атайыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы Байбулатов Фәтхелислам Мисбах улына мемориаль таҡтаташ.

Был таҡтаташ Яманғол өсөн ысын мәркәзгә, ауылдың иң йәмле урынына әүерелде, үткән һайын, уға ҡарап, күҙ ҡыуана. Үҙең дә һиҙмәҫтән баш ҡағып үтәһең, әйтерһең, Фәтхелислам бабай менән иҫәнләшәһең. Ниндәй байрам булһа ла, яманғолдар ошо тирәгә килә. Кисә был урын йәнә халыҡты йыйҙы. 9 май илдәге һәр ауыл-ҡала кеүек, Яманғол халҡы өсөн иң ҙур ваҡиға, күпме улдары ятып ҡалды, ҡайтыу бәхетенә ирешкәндәре лә хәҙер ҡәберҙә ята. Еңеү байрамы - Хәтер көнө, ауылға ситтән дә ҡайтҡандар байтаҡ, батырҙарын иҫкә алғанда, күбеһе йәшлектәрен дә хәтергә төшөрҙө, етмәһә, күңелде ҡуҙғытып, гармун уйнаны. Хәтирәләргә алып ките лә был моң оҙаҡ итеп унан ебәрмәй тотто.
Читайте нас