Хөрмәтле Ғәйнетдин Ғәзиз улы!
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте исеменән һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы “Ватан” хужалығы етештереү кооперативының барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
“Ватан” хужалығы - районыбыҙҙағы иң алдынғы аграр предприятиеларының береһе һанала. Хужалыҡта юғары һөнәри, эшһөйәр, ауырлыҡтарҙан ҡурҡыу белмәгән, маҡсатҡа ынтылыусан, хеҙмәткәрҙәр тырышып эшләй. Тап уларҙағы кеүек тыуған ергә һөйөү, битарафһыҙлыҡ кеүек сифаттар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә һәм киләсәккә яңы пландар ҡорорға этәрә лә.
Ихлас күңелдән һеҙгә һәм барлыҡ коллективығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар, ә ауыл хужалығы етештереү кооперативының киләсәктә лә сәскә атыуын, мул уңыштар алыуын теләйбеҙ.