Байрам уңайынан
18 Мая 2021, 12:04

Ойошҡанлыҡ менəн үтте

Мул табын əҙерлəргə шəхси эшҡыуар, Наил Биҡҡолов ҙур ярҙамын күрһəтте. Шулай уҡ тəм-томдарҙы ауыл халҡы ла əҙерлəп алып килделəр. Аш-һыуҙы əҙерлəүселəр: Сəриə, Альфира, Илмира, Мəғфиə, Айһылыу, Əлфинə бик тəмле итеп халыҡты һыйланылар. Халыҡ ҙур рəхмəттəрен əйтеп таралдылар.

Беҙҙең Тимербай ауылында Ураҙа байрамын ҙур ойошҡанлыҡ менəн үткəрҙелəр. “Шəмсиямал” исемендəге мəсетебеҙҙə, иртəнге сəғəт 11-ҙə бик күп халыҡ йыйылды. Ауылдың яңы ғына эшлəй башлаған йəш имамы, Хəлилов Рөстəм Вəкил улы бик матур итеп ҡөръəн уҡып шатландырҙы. Шулай уҡ ауыл старостаһы Сəриə Килмəтова, Свобода ауыл билəмəһе башлығы Рахманғолов Фəнис Мансур улы исеменəн, халыҡты Ураҙа байрамы менəн ҡотлап уҙҙы.
Һуңынан ҙур, матур табында сəй менəн һыйлау ойошторолдо. Мул табын əҙерлəргə шəхси эшҡыуар, Наил Биҡҡолов ҙур ярҙамын күрһəтте. Шулай уҡ тəм-томдарҙы ауыл халҡы ла əҙерлəп алып килделəр. Аш-һыуҙы əҙерлəүселəр: Сəриə, Альфира, Илмира, Мəғфиə, Айһылыу, Əлфинə бик тəмле итеп халыҡты һыйланылар. Халыҡ ҙур рəхмəттəрен əйтеп таралдылар.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйəабыҙ ауылы
Читайте нас